Йәмғиәт
28 Сентябрь 2023, 09:17

Юғалмайыҡ

- Ай, әттәгенәһе, әле генә ошонда ине лә, ҡайҙа юғалды икән? 

ЮғалмайыҡЮғалмайыҡ
Юғалмайыҡ
Бер заман, Яманһарылағы байрамдың иң ҡыҙыҡ еренә еткәс, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов юҡҡа сыҡты. Алан-йолан ҡаранып эҙләйбеҙ - юҡ. Тышҡа сыҡҡан һымаҡ булды тине кемһелер (апайҙарҙың балаҫ һуҡҡанына иҫебеҙ китеп, абайламай ҡалғанбыҙ). Урам буйлап, һөрәнләп йөрөп, эҙләп булмай, түҙемле генә көтөргә тороп ҡалды. Уңарсы төрлөсә фараз китте: үсектерҙекме икән... телефондан, алыҫҡараҡ китеп, сит ҡолаҡтан ҡасып, һөйләшәлер... береһенең өйөнә кереп китеп батмағандыр ҙа... 
Данил Зиннәт улы нисек ҡапыл юғалған, шулай ҡапыл пайҙә булды. Барыһы ла еңел тын алып ҡуйҙы. Юғиһә, унһыҙ был сараны үткәрергә ярамай ине - Яманһары ауылы ағинәйҙәрен ҡотлап китеү. 
Бахмут ауылы биләмәһе башлығы Нурия Шәрипова бик елле бүләктәр әҙерләгән үҙҙәренә, ағинәйҙәрҙе маҡтай-маҡтай, шуларҙы тапшырҙы. Әл дә һеҙ бар, апайҙар-һеңлеләр, бына, ошондай кешеләр арҡаһында, ауылда тормош дауам итә лә, Данил Зиннәт улы. 
Бик күңелле күренеш булды был. Һин һәйбәт тә, мин һәйбәт тип бер-беребеҙҙе маҡташтыҡ ҡына. 
- Йәшәйек әле, - ағинәйҙәр маҡталыуҙан, кәмендә ун йәшкә, йәшәреп киттеләр кеүек, - бәләкәй ауыл булһаҡ та, был тормошта юғалып ҡалмайыҡ. 
Автор:
Читайте нас