

Һәм бына осраштыҡ та - Яҡшымбәт ауыл биләмәһенең яңы башлығы Данир Хөсәйенов менән.
- Данир Роберт улы, эшкә нисек тотоноп киттегеҙ, тәүге көндәрҙә шаҡ ҡатырға (ҡайҙа килеп эләктем мин) тура килмәнеме?
- Юҡ, эш яңы һымаҡ булһа ла, белгән эш тип әйтә аламдыр. Атайым ғүмер буйы силсәүи системаһында эшләне, үҙем Мораптал совхозында идарасы, мәктәптә уҡытыусы, директор вазифаларын башҡарҙым. Етәксе эшен яҡшы беләм. Тәүге көндәр, шулай ҙа, ауырыраҡ булды - Абдул ауылына яуҙа үлгән егетте ерләнек (Руслан Бикмурзин, был турала гәзиттә баҫылды), унан йәкшәмбе көнө Яҡшымбәттә һыу торбаһы тишелгән дә, шуны яманыҡ.
- Ял көнө өйҙә телевизор ғына ҡарап ятаһы урынға, соҡор эсендә торам, юҡҡа килгәнмен башлыҡ булып тигән уйҙар булманымы?
Әңгәмә тулы килеш гәзиттә баҫыласаҡ.