

Кис һуң ғына шылтыраталар, Ҡотлоюлдан. Староста, Надир Хәйбуллин.
Бына әкәмәт, яңы машина ти, булғаны ватыҡ ултыра ла.
- Юҡсы...
Һөйләшеү өсөн сәбәп булдымы, Надир ағайҙың бәхетле көндәренең береһе икән.
- Әйҙә кил, миҙал йыуабыҙ. Мунса ла яғылған...
К. Арыҫланов миҙалын таҡҡандар кисә.
- Уны ни... йөҙләгән кеше алды ла - тел таҡта инде, йә, өндәшмәй торһам булмаймы?
- Улай тимә, мин Советтар Союзы геройы исеме алғандай булып ултырам. Ауылда бындай миҙал береһендә лә юҡ.
...Беҙ бик йыш, кемдер ниндәйҙер награда алһа, ошолай уйлайбыҙ: ниңә бирҙеләр икән, йүнле эш ҡыйратҡаны ла юҡ. Күбеһе түрә тирәһендә тәрилкә тотҡаны ала, йәнәһе. Ә был юлы Н. Хәйбуллин менән бергә шатланабыҙ - лайыҡлы баһа! Ауылда бит нисек: кемдер этеп-төртөп йөрөргә, хатта әрләшергә тейеш. Дөйөм эш өсөн. Йыуасалыла әл дә Надир ағай бар. Этеп-төрткән. Ә инде ошо тырышлығыңды күрәләр, баһалайҙар икән... Кешегә күп кәрәкмәй.
Кавалер булыуың менән ихлас ҡотлайбыҙ, был юғары баһа аҙаҡҡыһы булмаһын.