

Исемдәре ауыл еренә килешмәгән дә кеүек: Ян, Кристина. Төҫ-ҡиәфәттәре лә әйтеп тора – беҙ ситтән. Бөхтә генә түгел, ҡыйбатлы кейемдәр. “Нимә юғалтҡан улар Свобода ауылы ерендә?” башҡа килгән иң тәү һорау ошо булды.
Кравченко Ян Юрьевич яңы ғына үткән һайлауҙарҙа Свобода ауылы биләмәһе депутаты булып китте. Ситтән ул үҙе, Салауат ҡалаһында тыуған, 2018 йылда Коми республикаһына күсеп киткән, шунда эшләй. Беҙҙә бит нисек, ауыл депутаты урынына кеше таба алмай йөҙәйҙәр, көсләп, йүпәтләп, саҡ табалар (һүҙ ауыл башлығы вазифаһына йәнтисләм йәбешеп ятҡандар тураһында түгел). Аҙаҡ был кешенең депутат икәнен береһе лә белмәй. Ул онотолоп тора. Киләһе һайлауҙарға тиклем. Ә бында...
Беҙ Ян һәм уның хәләл ефете Кристина менән кисә кисләтеп кенә осраштыҡ.
Материал гәзиттә баҫыла.