

- Салауат ҡалаһында тыуып үҫтем, әйткәндәй, ҡатыным да ошо ҡаланан, бер класта уҡыныҡ беҙ. Артабан Ишембай нефть колледжында уҡыным, яҙмыш ҡушыуы буйынса, Ухтаға сығып киттек. Ауыл тормошон яҡшы беләм тип әйтә алмайым, шулай ҙа, күп йөрөлдө, бөтөнләй таныш түгел тип тә булмай.
- Әле һеҙ Свободаға, Маяҡ ауылдарында булдығыҙ, ауылдарҙы күргәс, ниндәй уйҙар тыуҙы?
- Юлдар. Бына ҡайҙа ҙур бәлә.
- Свобода ауылы бөтөү яғына бара кеүек, бер шул ауыл кешеһен ултыртып алып барырға тура килде, күптән инде, шунда ул әйтә: бер нисә йыл элек эре баш мал һаны 400 ине ауылда, әле 40. Бөтәбеҙ.
- Бөтә Рәсәйҙә шулай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Шулай ҙа, бөгөн нимә күҙгә ташланды? Ауылда магазин бар икән, керҙек. Хаҡтары ла бик юғары түгел бында. Бер йәш ҡатын ҡурсаҡ алды. Һәйбәт, ыңғай күренеш был, тимәк, балалар бар, ғаиләләр бар – ауылдың киләсәге лә бар.
- Ҡарттар йортонда булғанһығыҙ...
- Эйе. Бер әбей килеп ҡосаҡлап алды ла ебәрмәй. Тағын ҡасан киләһегеҙ тип таптыра. Бүләктәр алып барған инек... Ауырыраҡ тәьҫорат ҡалды, дөрөҫөн әйткәндә. Аралашыу, күңел йылыһы етмәй бында тип уйланым. Бер нисә үтенес менән мөрәжғәт иттеләр (бер инәй кредит алған да, түләй алмай, икенсеһенә телефон кәрәк), был һорауҙарҙы үтәүе ауыр булмаҫ, бына балалары йылыһын алмаштырыуы... Мөмкин түгел. Бала тигәндән. Беҙ Маяҡ ауылындағы балалар йортона ла һуғылдыҡ. Бына ҡайҙа ул йән йылыһы!
Әңгәмә тулы килеш гәзиттә баҫылды.