Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2023, 07:58

"Аҡ торналар көнө"

Яҡут китапханаһында, матур көҙҙө хәтерләтеп, мөғжизәле исемле күргәҙмә ойошторолған. 

"Аҡ торналар көнө"
"Аҡ торналар көнө"

22 октябрь "Аҡ торналар" көнө, #ДеньБелыхЖуравлей тип иғлан ителә.
Был көндө беҙ бөтә һуғышта һәләк булғандарҙы хәтерләп, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы иҫкә алабыҙ.
Дагестан шағиры Рәсүл Гамзатов инициативаһы менән булдырылған был көндө бөтә ил " Хәтер кисәһе итеп үткәрә.
Рәсүл Ғамзатовтың шиғырҙарын бөтә уҡыусылар яратып уҡый. "Журавли" "Торналар" тигән йырын барығыҙҙа ишеткәнегеҙ барҙыр, был йырҙың үҙенең тарихы бар.
Ҡанлы яуҙан ҡайтмай ҡалған ирҙәр,
Әйтерһең дә ергә аумаған
Ул һалдаттар, аҡ торналар булып,
Осоп киткән зәңгәр һауаға
1965 йылда Р. Гамзатов Японияла ҡунаҡта була, бында ул Херосиманың 20- йыллыҡ траурында ҡатнаша.
Херосима һәм Нагасаки фажиғәһен бөтәбеҙҙә бик яҡшы беләбеҙ, һуғыш бөткәс Японияның Херосима- Нагасаки ҡалаларына Америка бомба ташлай, ошо фажиғәлә 280 мең кешенең ғүмере өҙөлә. Ошо траур барышында меңәрләгән ҡатын- ҡыҙ ак төҫтәге траур кейемендә Садако Сасаки исемле ҡыҙыҡайҙың һәйкәле янына йыйыла. Һәйкәл шундай оҫта ҡулдар менән эшләнгән ҡыҙыҡайҙың ҡулында аҡ торна.
Ҡалаға бомба ташлаған ваҡытта был ҡыҙға 2 генә йәш була, Садаканың ғаиләһе бомба ташлаған ерҙән алыҫтараҡ тора, шуға улар бик зыян күрмәй.
Тик 10 йылдан һуң ғына был йортто ошо бомбаның һәләкәте ялмап ала.
Был бәләкәй кыҙ 12 йәшендә рак менән сирләй башлай...
Японияла шундай әйтем бар икән, әгәрҙә мең аҡ торна яһаһаң ҡағыҙҙан, һинең уйлағайның тормошҡа аша икән.
Был ҡыҙ торналар яһай башлай, мең торна яһаһам мин һауғырмын- тип уйлай ул.
Был ҡыҙыҡайға аҡ торна яһашырға барлыҡ дуҫтары, госпиталда ятҡан кешеләр, бөтә ил менән ошо торналарҙы яһарға ярҙам итәләр, тик мөғжизә килеп сыҡмай.
25 октябрьҙә1955 йылда был ҡыҙыҡай баҡыйлыҡҡа күсә.
Әлеге көндә лә бөтә ер шарынан мемориал тыныслығы йәшигенә (был йәшик Херосимала ҡуйылған) Балалар ошо ящикка үҙәренең яһаған торналарын ебәрәләр, Садаканың памятнигы янына.
Беҙ бөгөнгө көндө "Хәтер кисәһе" тип кенә үткәрмәйбеҙ, беҙ илгә бик ҙур Тыныслыҡ та теләйбеҙ!
Беҙ бөгөн балалар менән тыныслыҡ ҡошо Күгәрсендәр яһап, тыныслыҡ теләп зәңгәр күккә осорабыҙ:
— Йәшәһен донъяла тыныслыҡ— тип теләй һәр бер бала.
Бар донъяны ҡан илатҡан һуғыш.
Ҡабатланмаһын ине шул кәһәрле һуғыш.
Үҙебеҙҙең башҡорт әҙәбиәтендә Р. Сафин һалдаттарҙы нисек итеп ҡыр ҡаҙҙары менән сағыштырҙы;
Өндә түгел, төштә күрҙем уны:
Яҙғы таңдың һыҙылып атҡанын,
Көмөш сынйыр булып, теҙелешеп,
Ҡыр ҡаҙҙары осоп ҡайтҡанын

Ҡыр ҡаҙҙары осоп килеп төштө
тымыҡ күл буйына таллыҡҡа,
- Һаумыһығыҙ ҡаҙҙар!- тигән инем
- һаумы яҡташ!- тигән тауышҡа
ышанмай ҙа торҙом,
минең алда
ҡаҙҙар түгел ине һалдаттар,
түштәрендә сыңлай миҙалдары
Шинелдәрен тәрәп алғвндар.

Эй был һуғыш был аяуһыҙ һуғыш...
1945 йылдағы һуғыш, күпме ғәзиз ғүмерҙәрҙе алып китте.
Ошо һуғыш арҡаһында аслыҡтан илаған сабыйҙар, уларға ярҙам ҡулы һуҙа алмайынса һығылып төшкән әсәләр.
Һуғышта һәләк булғандарҙы беҙҙең оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Бына улар Яҡут ауылынан һуғышҡа китеп, тыуған ерҙәрен кире ҡайтып күрә алмаған һалдаттарыбыҙ:
Байрамғолов Заһит Нәбир улы, 1914 йылғы
Баширов Мырҙа Хәлиулла улы, 1900 йылғы
Баширов Минибай Шакир улы, 1925 йылғы
Бикбаев Ильяс Сафи улы, 1907 йылғы
Буранов Сәлим Мухаметьян улы, 1907 йылғы
Месягутов Ғәфүр Ғариф улы, 1912 йылғы
Месягутов Зәһиҙулла Тухватулла улы, 1905 йылғы
Рахмангулов Заһит Сәйфитдин улы, 1905 йылғы
Рахмангулов Хәйрулла Хәмит улы, 1912 йылғы
Хасанов Ишморат Яманһаҙ улы, 1921 йылғы
Янгулов Хәйбулла Сәйфулла улы, 1921 йылғы

Ер йөҙөндә ниндәй генә һуғыштар булмаһын, барыһында күрҙе кешелек, ҡайтып тыуған илен күрә алмаған һалдаттар, көтөп- көтөп тә ғәзиз балаларын, ирҙәрен күрә алмайынса зар интизар булған әсәйҙәр!
Эйе, Аҡ торналар көнөндә беҙҙең иҫкә алырлыҡ яугирҙәребеҙ бихисап!
Афганистан һуғышы ниндәй типһә тимер өҙөрлөк егеттәребеҙҙе һәләк итте.
Яҡташыбыҙ Нафик Аллабердин 1963 йылғы, ошо һуғышта һәләк булды
Кадыргулов Әхәт Гиззетдин улы 1963 йылда тыуған. 1981 йылдың ноябрь айында әрме сафына алына, 1983 йылда фәжиғәле вафат була.
Илдәге тынысһыҙлыҡ, был егетебеҙҙе лә уратып үтмәй.
Беҙ Яҡут башланғыс мәктәбе уҡыусылары менән тыныслыҡ күгәрсендәрен күптән яһай башлаған инек инде, йома көндө теләктәребеҙҙе теләп- теләп: Бөтә донъя ишетһен, беҙҙең аҡ күгәрсендәребеҙҙең тик ерҙә тыныслыҡ булһын тип ҡанат ҡаҡҡанын!
Ҡәҙерле дуҫтар һеҙҙә ҡушылығыҙ беҙҙең Хәтер кисәбеҙгә, уҙегеҙҙең яу яланынан ҡайтмаған һалдатарығыҙҙы иҫкә алып комментарий яҙығыҙ аҫҡа!
Тыныс кеше, Теләмәй ул
Ҡайғы бер кемгә,-
Һуғыш килгәс, танкист булып.
Етте Берлинға!
Төҙөүсе ул. Ҡора, төҙөй
Ҡояш донъяһын,-
Ваҡыт еткәс, шартлатты ул
Дошман ояһын!
Тыныс хеҙмәт, төҙөү, үҫеү-
Уның бар теләк,
Был барлыҡ бомбаларҙан
Ныҡ һәм көслөрәк!

Якутовская сельская библиотека.

Автор:
Читайте нас