Ҡыштың яҡынлашҡанын йән дә, тән дә тоя башланы. Полиция кәпәс кейгән, йылы машина эсендә китеп барғанда ла, уларға ҡарап, көн торошон билдәләп була.
Район юл хәүефһеҙлеге һағында тороусылар янына туҡтап киттек, бөгөн Автобус операцияһы башланды, шуға ЮХХДИ егеттәренең төп иғтибарҙары пассажирҙар йөрөткән транспортта.
- Беҙҙә, Аллаға шөкөр, автобустарға бәйле, ул-был алама хәл булғаны юҡ, былтыр Яҡшымбәт юлында ғына береһе ауҙы. Әле автобус водителдәренең юл ҡағиҙәһен үтәйме-юҡмы, легаль йөрөтәме пассажирҙары - шуларҙы тикшерәбеҙ, -тип эш араһында ғына беҙҙең менән фекерҙәрен бүлеште полиция капитаны Айнур Рахманғолов.
Хәйерле юл теләп ҡалдылар, беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, уларға уңыштар теләнек. Башығыҙ ҙа, күңелегеҙ ҙә гел йылыла булһын, егеттәр.