Зәк-Ишмәт ауыл биләмәһе башлығы И. Зәйнәғәбдинов үткән "Айыҡ ауыл" байрамында шулай тип белдерҙе. Ауылда проблемалар күп, һыу торбалары тишелеүе үҙе бер ҙур бәлә, был торбаларҙы һалғанға тиҙҙән бер быуат була тигәнгә ишара ине.
Улдары һуғышта йөрөгән әсәләрҙе тәбрикләне.
Олуғ ҡунаҡтарҙы атап әйткәндә, улар менән таныштырғанда, беҙҙең турала өндәшмәгәйнеләр, бер аҙҙан "атаҡ, һеҙ ҙә бар ҙа баһа" тигәндәй, Юшатыр ҙа бында тинеләр. Һүҙ бирҙеләр. Кешене арытып (былай ҙа ораторҙар күп булды), оҙаҡ һөйләп торманыҡ, теләк кенә әйттек:
- Һыу торбалары беҙҙең иң төп проблема булып ҡалһын ине. Ҡан ҡойош бөтһөн. Әсәләре янына улдары, ҡатындары янына ирҙәре, балалары янына аталары, иҫән-һау булып, тиҙерәк ҡайтһын.