Йәмғиәт
26 Октябрь 2023, 12:12

Бына һиңә нәфис зат!

Техниканы, «тимер аттарҙы» йүгәнләү – ирҙәр эше тип ҡарарға күнегелгән. 

Бына һиңә нәфис зат!Бына һиңә нәфис зат!
Бына һиңә нәфис зат!

Һирәк-һаяҡ, тегендә-бында, ниндәйҙер ҡатындың тракторҙа-машинала йөрөүен күрһәтә-һөйләйҙәр әммә беҙҙә лә бындай гүзәл зат бар тиһәләр, ҡапыл ғына ышанмаҫ та инек.
Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылынан Нәфисә Сафарова эш эҙләй. Ары һуғыла, бире бәрелә тигән кеүек, бер заман Эш биржаһында, социаль контракт буйынса, ауыр йөк машинаһы водителенә уҡый ҙа сыға.
Был һөнәрҙе һайлауы тиктән түгел, атаһы Раил абзый, Киров исемендәге хужалыҡта электрик булып эшләгән кеше, ҡыҙын да бәләкәстән техникаға ылыҡтырып үҫтерә.
- Атайым менән электродвигатель, электронасостарҙы, үҙебеҙҙең «Юпитер 5» мотоциклын бергә, һүтеп-йыйып, йүнәтә торғайныҡ, - ти Нәфисә.
Ҡайһы бер уҫлаптай ирҙәрҙең дә ҙур машина янына бик барғыһы килмәй, ә Нәфисә (нәфис зат) йөк автомобилен йөрөтөүе минең өсөн бер ҙә ҡыйын түгел ти, ватылһа-нитһә, хәбәр итергә мастер бар, начальник бар.
...Яңыраҡ Н. Сафарова автобус водителе һөнәренә лә уҡып сыҡҡан. Бик мәслихәт, беҙҙә хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ирҙәр араһында ла арыу водителдәрҙе табыуы ауыр, юғиһә.

Автор:
Читайте нас