Йырлап-бейеп, икмәк, буҙанан ауыҙ итеп, аҙыраҡ тын алғас, бүләкләү башланды. Ауыҙ тултырып "бүләкләү башланды" тип, бәлки, әйтерлеге юҡтыр, әммә-ләкин, был бүләктәрҙең ҡәҙере, баһаһы юғары ине.
Яңы Таймаҫ фельдшеры Луиза Солтангәрәева (баш табип һаҡлап-яҡлап ҡына йөрөтөгөн Луизағыҙҙы тине, әйткәндәй) өр яңы стенаға элеп ҡуя торған сәғәт алып ҡыуанды, унан ары, ошо яңы ФАП-та арманһыҙ булып, үҙенең ял ваҡытында, эшләгән Тимур Байғотлинды түргә әйҙәнеләр. Ул эштә йөрөп ҡалды, уның ҡарауы, хәләле бында. Ләйсән сығып алды бүләкте, ирең кисен ҡайтҡас, беҙҙең маҡтау һүҙҙәрен дә, бүләккә ҡушып, еткерерһең йәме, Ләйсән?
- Ярар.