

Улар менән һоҡланған бер беҙ генә булманыҡ, бөтә ғаләм тел шартлатты. Күп яҙҙылар. Ялсыҡай ҡыҙын танып:
- Үҙебеҙҙең Эльвира! - тип ҡыуанды Мәҙинә апай Ҡунаҡҡолова. Үҙеңдеке - үҙәктә, бөтәбеҙгә лә шулай тойолалырмы, донъяла беҙҙең ҡыҙҙарға еткән ҡыҙҙар юҡ.
Эльвирабыҙ кисә Өфөлә булды. Полилингваль белем биреүгә арналған ҙур сарала. Ҡаҙаҡтар менән күрешкән, үзбәктәр менән. Лилиә Мәҡсүтова (Тунасова) менән дә табышҡандар. Ҡул һуҙымы ара ғына йәшәгән ҡыҙҙар ине бит улар, күршеләр. Ялсыҡай - Яңы Таймаҫ.
...Кисәге Өфөләге саранан күренештәрҙе байтаҡ ҡарап ултырҙыҡ. Күҙҙәр, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, күп кеше араһынан, үҙебеҙҙекеләрҙе эҙләй башлай. Лилиә, Эльвира, Гүзәл, Әлиә, Айгөл, Зөһрәләрҙе...
Иң сибәр, иң аҡыллылары улар ғына кеүек тойола.