Йәмғиәт
1 Ноябрь 2023, 11:20

Алтын икән ҡулдары

- Ошоларҙың барыһын ла үҙегеҙ эшләнегеҙме? 

Алтын икән ҡулдарыАлтын икән ҡулдары
Алтын икән ҡулдары
- Эйе.
- Кит әле!
Ҡансыра ауылы һылыуҙары ла бар ине Шабығыштағы "Айыҡ ауыл" байрамында. Күргәҙмә алып килгәндәр. Гөлназ Уразбаева, Эльвира Итҡолова, шулар янына алып барҙы аяҡтар. Аяҡтар һиңә, күңел әйҙәне.
Ойоҡ, башалтай, тағы әллә нимәләр бәйләгәндәр, күҙҙең яуын алып тора бәйләгәндәре. Атаҡ, быныһы янып тора ла.
- Өҫтәлгә ҡуя торған лампа итеп, биҙәп, бәйләнем, бына, төрлөләре бар. Ҡумта ла бар. Ҡурсаҡ итеп бәйләнгәне лә бар. 
Күҙҙәр маңлайға менде, баштан үткән, береһенә, юбилей-фәлән тип, бүләк эҙләгәндә аҡылдан шаша яҙаһың, бына нимә алырға кәрәк икән - оригинал бүләктәр, юбиляр шатлығынан мотлаҡ үрле-ҡырлы һикерәсәк.
Ҡулдарығыҙ алтын икән, ҡыҙҙар. Уларҙың игелеген күреп кенә, үҙегеҙ бәйләгән әйберҙәр кеүек матур тормошта йәшәгеҙ. 
Автор:
Читайте нас