Рим ағай Сирибаев. Юғиһә, үҙен интернет аша ғына күҙәтеп һоҡлана инек. Оло йәштәге бабай тиер кемдер, ә ундағы дәрт! Беҙҙә Рим ағайға еткән хатта егеттәр ҙә юҡтыр ул. Тиктормаҫ кеше. Ҡурҡыу белмәҫ кеше. Эльбрус тауына ла хатта күтәрелгән. Башына уҡ етеп булманы, шулай ҙа әллә нисә мең метр үттем, ти. Һаман булһа парашюттан, тарзанканан һикерә (беҙгә видеоларын күрһәтте, тән земберләп китте), Останкино башняһында, өҫкә үк менеп, сәй эскән. Әле лә беҙҙе самауыр сәйе менән һыйланы. Шәбағыш уҙаманы ул. Тыумышы менән Йылайырҙан.
- Ҡайҙан килә был тиклем көс, һаулыҡ (ул бит ҡышын ҡарҙа ла яланғас килеш аунай), дәрт?
Ағайыбыҙ серле йылмая, Айыҡ ауыл сараһына ишаралмай ҙа (был сараның эскән кеше өсөн барыбер файҙаһы юҡ), әйтеп ҡуя:
- Мин эсмәйем дә, тартмайым да. Быларынан бигерәк, донъяға йылмайып, оптимизм менән ҡарайым.
Беҙ Рим ағайҙың ҡулын ҡыҫтыҡ. Һәм шуны теләнек: алдағы көндәрҙә лә тағын оҙон-оҙаҡ һеҙҙең менән һоҡланып йәшәргә яҙһын.