Йәмғиәт
2 Ноябрь 2023, 11:42

Бөтөн ауыл исеменән рәхмәт

Иҫәндәрҙең ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тип, юҡҡа ғына әйтмәгәндер халыҡ. 

Бөтөн ауыл исеменән рәхмәтБөтөн ауыл исеменән рәхмәт
Бөтөн ауыл исеменән рәхмәт

Бик оло мәғәнә ята ошо һүҙҙәрҙә. Баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең был донъялағы һуңғы урыны ул — зыярат. Бында һәр кемдең вафат булған туғандары, яҡын кешеләре ерләнгән. Таҙартылған һәм төҙөкләндерелгән зыяратты күреү күңелдәргә яҡты нур өҫтәй. Зыяратта өмә лә үтеп китте. Аҡса йыйыу, материал йүнләү, кәрәкле инструменттар хәстәрләү, ауылдың иң әүҙем кешеләрен йыйып, һау саҡта, хәлебеҙҙән килгәндә эшләп ҡалайыҡ тип Яңы Юл ауылы халҡы тырыштылар. Улар был изге эшкә быйылғы йыл икенсе тапҡыр йыйылды. Тәүге тапҡыр зыярат сүп-сарҙан, ҡороған ағастарҙан, сыбыҡтан таҙартылһа, был юлы уның рәшәткәләре алыштырылды. Ауыл халҡы үҙ теләктәре менән бик әүҙем ҡатнашты. Был эштә йәштәрҙең күп булыуы айырыуса һөйөндөрә. Өмәгә килеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт. Һәр ваҡыт берҙәм булайыҡ, мәрхүм ата-әсәләребеҙҙең, туғандарыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың мәңгелек йортон тәртиптә тотайыҡ. Ауыл халҡы үҙ-ара 78000 акса йыйып, етмәгәненә зыярат эсендәге тимер-томорҙо тапшырып ҡушып, өр-яңы заманса материал менән даими рәуештә өмәләр үткәреп изге ерҙе кәртәләп ҡуйҙы. Шулай уҡ зыяратты кәртәләүҙә ярҙам итеп, 20000 һум аҡса биргән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы Ҡоролтай депутаты Әбдрәхимов Раил Рамаҙан улына бөтөн ауыл исеменән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Сельсовет Якшимбетовский

Автор:
Читайте нас