

Ислам дине өйрәтеүе буйынса ғаилә — йәмғиәттең төҙөүсе кирбестәренең береһе булып тора. Ғаиләләребеҙ ныҡлы һәм ышаныслы булған һайын милләтебеҙ көслө һәм күсле булыр, ин шәә Аллаһ.
Эйе, донъяла иң мөһиме — ғаилә усағы. Шөкөр, ауылыбыҙҙа матур донъя көткән ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе — Сәлмән һәм Айгөл Мөхәмәтйәновтар. Күмертау яҡтарынан килен булып төшкән Айгөл киленебеҙ беҙҙең Ейәнсура ҡайтарын үҙ иткән. Бәрәкәтле никахтарынан бер ул һәм ике ҡыҙ тыуған. Өс балалары ла Байыш урта мәктәбендә белем алалар, бәләкәйе Гөлфинә быйыл беренсе класҡа уҡырға төшкән, Айһылыу ҡыҙҙары өсөнсө һәм улдары Инсаф бишенсе класта уҡыйҙар. Ауыл балаларына хас теремеклек менән атай-әсәйҙәренә өй тирәһендә ярҙам да итергә өлгөрәләр улар.
Ғаилә башлығы — Сәлмән Мырҙағәли улы ауылдың мал табибы булып эшләй. Үҙ эшен яратып башҡара ул, шуға ла ауыл халҡының мал-тыуарҙары һирәк сирләйҙәр. Ваҡытында төрлө вакциналар, профилактик эштәр ҙә үткәреп тора.
Кәртә-ҡура тултырып мал аҫырайҙар, баҡса үҫтерәләр. Ҙур, иркен итеп өй һалып кергәндәр. Өй хужабикәһе, Айгөл киленебеҙ балалары бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. "Байыш" мәсете төҙөү эштәрендә лә уның өлөшө тос булды. Әле быйыл көҙгө эштәрҙең күплегенә ҡарамай ике аҙнанан ашыу ваҡыт мәсетебеҙҙең көпләү эштәренә ялланылған эшселәргә йылы аш бешереп ашатты. Бынан тыш Ҡорбан, Ураҙа байрамдарында ла аш бешереү кеүек мөһим эште үҙ өҫтөнә алды. Ҡыҙҙары Айһылыу ислам динен ҙур теләк менән өйрәнә, Аллаһ Тәғәләнең күркәм 99 исемен ятлай башлаған, намаҙ уҡырға өйрәнә, сүрәләр ятлай. Бынан тыш мәктәп һәм мәҙәниәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, әле яңыраҡ ҡына ауыл клубында үткәрелгән спекталдә төп ролдәрҙең береһен башҡарған. Афарин!
Айгөл Издурған ҡыҙы ауылыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙарының ярҙамсыллығына һоҡлана. Мәсет көпләү эше башланғас та күп кенә ауылдаш ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙ ярҙамын күрһәткән: кемдер бәлешен, кемдер икмәген, кемдер тәмлекәстәрен бешереп алып килгән. "Ауылыбыҙ ихлас һәм саф йөрәкле, ябай һәм тыйнаҡ, эшһөйәр һәм изге күңелле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күп булыуы менән көслө", — ти ул.Эйе, ҡатын-ҡыҙы әүҙем ил — көслө ил. Көслө һәм күсле яҡташтарыбыҙ күберәк булһын, иманыбыҙ ныҡлы, үҙебеҙ тәҡүәле һәм йомарт булайыҡ. Әмин!
Байыш биләмә мосолмандары берләшмәһе