

Башҡа мәл булһа икән, ҙур байрам, тантана, һабантуй, ҡыҫҡаһы, тыныс тормоштағы сара. Әле сәбәбе бик шәптән түгел. Нимәһе ҡыуандыра: ошо ауыр мәлдә бергәбеҙ, тырым-тырағай таралышып, һәр береһе үҙ донъяһына бикләнмәне (хәйер, ундайҙар ҙа барҙыр, донъя бит).
40 самаһы кешегә Рәхмәт әйттеләр Әсәләр. Ярҙам күрһәтеү - әллә ни ауыр эш түгел, мәрхәмәтле булыу ғына кәрәк, башҡаһына, бына, көс етмәй. Илгә тыныслыҡ килтереү өсөн беҙҙең ҡөҙрәт самалы.