Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ноябрь 2023, 11:57

Әсәләр көтәләр улдарын

Ә. Мирзаһитовтың ошо исемле атаҡлы пьесаһы иҫкә төштө.

Әсәләр көтәләр улдарын
Әсәләр көтәләр улдарын
Һуғыш бөтөүгә әллә нисә йылдар үтһә лә, ҡайтмаған улын көткән Әсә трагедияһы сағыла был әҫәрҙә. Бына әле район Әсәләр Советының киңәйтелгән ултырышында ултырабыҙ,  ә күңелдән ошо уй китмәй: ул көтә, көтәсәк...
Сараға махсус опреацияла мәрхүм булған, әле шунда яуҙа йөрөгән егеттәрҙең әсәләре саҡырылды. Билдәле, бындай ваҡиға булыр булғас, райондың бөтөн йәмғәтселеге йыйылды. Беҙҙә бит хәҙер нисек, башҡа бәләләр ошо ҡайғыбыҙ алдында, бөтөнләй юҡҡа сыҡмаһа ла, бәләкәсәйеп ҡалды.
"Берҙәм Рәсәй" партияһы рәйесе Д. Медведевтың йәмәғәтте ҡабул итеү кураторы Лилиә Михайлованың инициативаһы менән үткәрелде был йыйын. 
Тулыраҡ иртәгә гәзиттә баҫыла. 
Автор:
Читайте нас