Все новости
Йәмғиәт
19 Ноября 2023, 13:03

Йылылыҡ

Ауыл ҙур ҙа түгел, илдәге күп ауылдар кеүек үк, бөтөп бара ул. 

Йылылыҡ
Йылылыҡ
Йыл һайын кемдер ҡалаға күсеп китә, йыл һайын байтаҡ ҡына ауылдаштарҙы зыяратта ерләйҙәр, күбеһен ситтән алып ҡайтып күмәләр - һәр кем васыят итеп ҡалдыра: мине тыуған еремә алып ҡайтығыҙ. 
Ауыл бәләкәй булһа ла, ил күргәнде улар ҙа күреп йәшәп ята. Бер ҡасан да бер нимәнән дә ситтә ҡалмайҙар, заман елдәре лә үҙҙәрен күрмәй-теймәй үтеп китмәй, барыһы ла уларҙың йөрәге аша үтә. 
Коронавирус тип зыҡ ҡупҡанда, битлектәр тектеләр, әле махсус операция башланғас, яуға әллә күпме аҙыҡ-түлек ебәрҙеләр (бигерәк тә, үҙҙәре йәйеп яһаған туҡмастарын яратып ашаған һалдаттар), ә әле бәйләмгә тотондолар. Теләктәре бер: күңел йылыһын һалып бәйләгән бейәләй-ойоҡтар егеттәрҙең тәнен дә, йәнен дә йылытһын. 
Ниндәй ауыл ул был? Көйөргәҙе районы Яманһары ауылы. 
Автор:
Читайте нас: