Йәмғиәт
23 Ноябрь 2023, 12:30

Теләк

Яңы Морапталда был байрамды йыл да көтөп алалар.

ТеләкТеләк
Теләк
Иң ҡәҙерле байрамдарҙың береһе лә ул - Әсәләр көнө.
Көтөп ала ғына түгел, бик матур итеп ойоштороп, әсәләрҙе тәбрикләп, йылы һүҙҙәрҙе йәлләмәй, маҡтап үткәрәләр. Быйылғыһы ла башҡа ваҡыттағынан ҡалышмаған (ауыл музейында), барыһы ла булған, ҡотлауҙар, маҡтауҙар, сәскәләр... Сәскәләрҙе фронттағы улдары, ауыл хакимиәтенә әйтеп, алдыртҡан. Беҙ бында саҡта, ғәзиздәребеҙгә, беҙҙең исемдән, гөлләмәләр биреп, ҡотлағыҙ әле. Ҡотлағандар. Теләктәрҙең иң мөһиме, әлбиттә, ошолай яңғыраған: әле сәскәләр ҡосаҡлаған һымаҡ, бик тиҙҙән улдарығыҙҙың йылы тәндәрен ҡосаҡларға яҙһын. 
Автор:
Читайте нас