Һүҙендә торған, Көйөргәҙе районы
Ҡотлоюл ауылы биреп ебәргән барлыҡ төйөнсөктәрҙе алып барып еткергән, яҡташ һалдаттарға тотторған. Тегеләре, үҙҙәре лә ялға ҡайтып килгәнме ни, бындай хөрмәттән әллә кем, күңелдәре булған. Тыуған ер йылыһын алып килгәндәр ҙә.
- Теге ваҡыт уҡ биреп ебәргән Башҡортостан флагын да һаман һаҡлайбыҙ, -тип хәбәр иттеләр беҙгә яу яланынан, - уның урыны түрҙә, аҙна һайын йыуып, киптереп, кире эләбеҙ.
Ошо әләмде күтәреп тиҙерәк ҡайтырға яҙһын ине һеҙгә, егеттәр.