

. Беҙҙең өҫтәлдә йыш булған риҙыҡтың рецепты менән бүлешәм. Ул бик ябай һәм тиҙ.
-2 йомортҡа
-1 тулмаған стакан шәкәр
-200гр ҡаймаҡ(ауылдыҡы ла ярай)
- 1,5-2 тирәһе стакан он
1/2 бал.ҡ. сода, 1 аш ҡалағы уксус.
Әҙерләү:
Йомортҡа менән шәкәрҙе яҡшылап туғыйһың, артабан ҡаймаҡ ҡушаһың. Бер төрлө массаға әйләнгәс, он ҡушып болғатаһың. Масса ҡуйы ҡаймаҡ консистенцияһында булырға тейеш. Иң аҙаҡтан соданы уксусҡа һүндереп, ҡамырға ҡушаһың. Духовка 180 градусҡа йылынғансы, ҡамыр тороп тора (5-10 минут). Майлы табаның төбөнә нәҙек кенә итеп алма турайһың, өҫтөнә ҡамыр ҡойоп, духовкаға 25-45 минутҡа ҡуяһың (газ духовкала оҙағыраҡ бешә). Әҙерлеген шырпы менән тикшереп ҡарайһың.
Аштарығыҙ тәмле булһын!