

- Хәлдәр нисек тип, балаһын яу яланынан көткән әсәнең нисек янып көйөүөн күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙҙер. Әрме сафтарында йөрөгәндә бер йыл һағынып, уйланып, балаңды көтөп үтә, ә бында бит яу яланы. Улымды уйлап, уның өсөн хафаланып, һаулыҡ та бөттө. Дауаханалар буйлап йөрөүҙән баш сыҡмай, ҡан баҫымы юғары. Әле бына яңы ғына икенсе тапҡыр ялға ҡайтып китте. Теге ҡайтҡанында улай уҡ һиҙелмәгән кеүек ине, был ҡайтҡанында бигерәк ябығып, арып, йонсоп ҡайтты балам.
Мәҡәлә тулы килеш гәзиттә баҫылды.