Йәмғиәт
28 Ноября 2023, 04:36

Мәҙәни бүләк

Үткән шаршамбы көнө Илкәнәй ауылы халҡы Салауат ҡалаһына сәйәхәт ҡылды.

Мәҙәни бүләкМәҙәни бүләк
Мәҙәни бүләк

- Беҙҙең ойошма уставында ветерандар хәрәкәтен үҫтереү тигән программа ла бар. Күптән түгел ошо программаға ярашлы Бахмут ауыл биләмәһе ветерандарын Кинйәабыҙ ауылына алып барҙыҡ. Уларға К.Арыҫланов исемендәге музейҙы күрһәттек. Үҙебеҙҙең райондағы музейҙы тәүге тапҡыр күрҙек, тип иҫтәре китте ветерандарҙың. Был юлы Илкәнәй ауыл биләмәһе халҡын ҡыуандырырға булдыҡ. Салауат ҡалаһына барып, рәхәтләнеп спектакль ҡарап ҡайттыҡ. Билеттарҙы үҙебеҙ алдыҡ, автобусҡа ла үҙебеҙ түләнек. Беҙгә Салауатҡа барып ҡайтыу өсөн автобус биргән “Сокол” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директорына, йөрөтөп алып ҡайтҡан водителе Азамат Хаджиморатовҡа рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм.
Бер автобус тулып барҙыҡ. Рәхәтләнеп һөйләшеп, аралашып ҡайттыҡ, тик гармунымды ғына алырға онотҡаным, юлда йырлай-йырлай йөрөр инек. 

Был сәфәр хаҡында Фәнир Малбаевтың һөйләгәндәре тулыһынса гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас