Йәмғиәт
29 Ноябрь 2023, 10:54

Бәхет өсөн күп кәрәкме?

Бөгөн Радий Хәбиров менән "Тура бәйләнеш" була.

Бәхет өсөн күп кәрәкме?Бәхет өсөн күп кәрәкме?
Бәхет өсөн күп кәрәкме?
Байтаҡ ваҡыт Башлыҡ сәхифәһен энәһенән-ебенә тиклем тикшереп ултырҙыҡ - кем нимә тип яр һала, ярҙам һорай икән? Билдәле, күп һорауҙар юлдарға ҡағыла (ул юлдар бер беҙҙә генә насармы әллә тигән фекер тыуа, башҡа региондарҙа, ҡыҙыҡ, нисек икән улар?). Төҙөлөш, сүп-сар.... Күп ҡатын-ҡыҙ яуҙа йөрөгән ирҙәрҙе, улдарҙы ҡайтарығыҙ тип ялбара. Инде күпме уларға окопта ятырға була, арынылар, алмаштырырға кәрәк. 
Бер бала бына быны яҙған (фотола): миңә ҡолон кәрәк. Ата-әсәйем алып бирмәй, һеҙ бирегеҙ. Тере ҡолондо һорайҙыр малай, нимәгә уға уйынсығы. 
Бәхет, күңел тыныслығы эҙләп халыҡ Башлыҡҡа яҙа. Бәхет өсөн кемгә тигеҙ юл кәрәк, кемгә ҡолон, кемгә - ир. 
Радий Фәрит улы, тылсым эйәһеләй булып, исмаһам, бер кешене бәхетле итә алырмы? Ҡөҙрәте етерме? 
Автор:
Читайте нас