Все новости
Йәмғиәт
1 Декабря 2023, 16:42

Юлайҙан - Шурум

Был ашты мотлаҡ асыҡ утта, тәбиғәт ҡосағында бешерергә кәрәк, саф һауала бешкән ризыҡ тәмһеҙ була алмай.

Юлайҙан - Шурум
Юлайҙан - Шурум

Ашты бешереү өсөн һимеҙ ит кәрәк буласаҡ, һарыҡ, ҡаҙ, өйрәк, ҡырағай иттән тағы ла тәмлерәк буласаҡ. Итте ҡаҙанға һалып бешерәбеҙ, аш ҡайнап сыҡҡас, ҡул артында ниндәй йәшелсә бар шуларҙы эре итеп турап өҫтәйбеҙ. Кәбеҫтә, кишер, кәртүф, һуған, болгар боросы, помидор, үҙегеҙ яратҡан йәшелсәләрҙең барыһын да һалһағыҙ була. Мин әсе тәме булһын тип, һуңында бер әсе борос та өҫтәп ҡуям. Тәменә ҡарап тоҙ, төрлө тәмләткестәр өҫтәргә лә онотмағыҙ.
Ә аштың иң серле ингридиенты, ризыҡ әҙер булыр алдынан усаҡтан алынған, янып торған торомбаш менән ашты бутайбыҙ, был ашҡа усаҡ тәмен керетә.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Юлай ЙЫҺАНШИН, Күмертау ҡалаһы. 

Автор:
Читайте нас: