Эльвира Зөбәйерова башҡалаға
күргәҙмәлә ҡатнашырға киткәйне бит. Һин дә мин йөрөп ятһа (Мәскәү -Мәскәү инде, ҡарар ерҙәре күп), бер заман кемдер иңенә ҡулын һалған. Бында мине кем белһен, яңғылышҡандарҙыр тип, ҡурҡып киткән тәүҙә Эльвира, әйләнеп ҡарағас, ҡысҡырып ебәрә яҙған - Марсель да баһа!
Марсель Вахитов күптән инде Мәскәү кешеһе, тотошо, кейенеүе, һөйләшеүе хәҙер башҡалыр, беҙҙе - провинция халҡын - әллә ни һанға ла һуҡмайҙыр тип уйлар кемдер. Юҡ. Ялсыҡайҙар ҡайҙа ла Ялсыҡай булып ҡала - ябай, ихтирамлы, эскерһеҙ. Икеһе лә бер ауыл балалары, һөйләшер һүҙҙәре бөтмәгән, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә "ә иҫләйһеңме шул саҡта, ә хәтереңдәме...." тип хәтирәләргә бирелгәндәр, ауылдаштарҙың барыһын да тиерлек иҫкә алғандар. Марсель Эльвира аша яҡташтарға күп сәләмдәр ебәргән.
Ҡыҫҡаһы, был сәфәр беҙҙең уҡытыусылар өсөн бик әһәмиәтле, хатта тарихи булды тип әйтергә ярай. Башҡаһы тураһында белмәйбеҙ, ә бына был осрашыу мотлаҡ тарихта ҡаласаҡ.