Йәмғиәт
8 Декабрь 2023, 09:08

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” ҡатнашыусыларҙы саҡыра!

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. 

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” ҡатнашыусыларҙы саҡыра!“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” ҡатнашыусыларҙы саҡыра!
“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” ҡатнашыусыларҙы саҡыра!

Конкурс әхлаҡи-эстетик мәҙәниәт нигеҙҙәрен булдырыу, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереү, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла.
Конкурста башҡорт телендә һөйләшкән, законлы никахта торған, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төбәктәрендә йәшәгән, балалар тәрбиәләгән ғаиләләр ҡатнаша ала.
Ғаризалар туғыҙ зона буйынса ҡабул ителә.
Конкурс муниципаль, зона һәм республика этаптарында үтә.
I этап 2023 йылдың 1 декабренән 2024 йылдың 11 ғинуарына тиклем үтә.
II этап, зона, 2024 йылдың 11 ғинуарынан 1 февраленә тиклем үтә.
Конкурстың зона этабының ойоштороу комитеты конкурс материалдарын 2024 йылдың 9 февраленә тиклем ҡабул итә һәм тикшерә.
Зона этабы жюриһы һәр номинация буйынса конкурстың зона этабы еңеүсеһен билдәләй.
II зонаның үҙәге – Күмертау ҡалаһы. II зонаһына Күмертау ҡалаһы,Мәләүез,Федоровка, Көйөргәҙе, Күгәрсен,Зианчура,Стәрлебаш райондары инә.
Муниципаль этапта ҡатнашыусыларҙан ғаризалар көтәбеҙ 27 27 декабргә тиклем!!! Тулыраҡ мәғлүмәт Положения ла
Контакттар: Тураева Светлана Маратовна, +7(34761)4-42-59, kultura_kumertau@mail.ru

Автор:
Читайте нас