Бөгөн, йәғни 10 декабрь көнө "БР халыҡтарының телдәре тураһында" законын ғәмәлғә ашырыу акцияһы буйынса тағы бер эш эшләнелде.
Көйөргәҙе муниципаль район хакимиәте башлығы исеменә мөрәжәғәт яҙылды.
Мөрәжәғәттә ошо йылдың 19 октябрендә башҡорт йәмәғәтселек активистарының башлыҡ урынбаҫары Т. Н. Идрисовта приемда булыуы, уны законды ғәмәлғә ашырыу буйынса активистар тарафынан төҙөлгән проект менән таныштырыуы тураһында яҙылғайны. Ләкин хакимиәт һаман проекттың пункттарын үтәмәгән. Мөрәжәғәттән өҙөктәр килтерәбеҙ.
"... Делегация башлыҡ урынбаҫарына проекттың рекомендация формаһында төҙөлөүен белдерҙе. Ләкин проект рекомендация формаһында булһа ла, уның ҡайһы бер пункттарын хакимиәт ғәмәлғә ашырырға бурыслы. Мәҫәлән, закондың 21 статьяһын алайыҡ. " Географик объекттарҙың исемдәрен яҙыу, юл һәм башҡа күрһәткестәрҙе рәсмиләштереү дәүләт телдәрендә башҡарыла. Географик объекттарҙың исемдәрен хаталы һәм боҙоп яҙыу рөхсәт ителмәй. "
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙҙең районығыҙҙа закондың был статьяһы ныҡ боҙола. Өфө - Ырымбур трассаһында урынлашҡан Ермолаево, Ольховка, Яңы Отрада, Иҫке Отрада, Яманғол, Аҡһары, Иҫке Мораптал, Яңы Мораптал, Яҡут, Ҡалта ауыл һәм Ҡуяныш, Черный, Туғыҙтимер, Яңы Уралка, Юшатыр йылға исемдәре юл күрһәткестәрҙә тик бер рус телендә генә яҙылған. Был исемдәрҙең барыһы ла ике дәүләт (башҡорт һәм рус) телдәрендә яҙылырға тейеш. Урындағы халыҡ башҡорт ауылдары исемдәренең ялғауҙарын рус телендә яҙғанда үҙгәртмәүен талап итә. Мәҫәлән, Аҡһары ауылы - село Аксары, Иҫке Мораптал ауылы - село Старый Мураптал һ. б.,
Шулай итеп, юл күрһәткестәрҙә географик объекттарҙың исемдәре былай итеп яҙылырға тейеш: Ермолаево ҡасабаһы - поселок Ермолаево, Ольховка утары - хутор Ольховка, Иҫке Отрада ауылы - село Старая Отрада, Яңы Отрада ауылы - село Новая Отрада, Аҡһары ауылы - село Аксары, Яманғол ауылы - село Ямангул, Иҫке Мораптал ауылы - село Старый Мураптал, Яңы Мораптал ауылы - село Новый Мураптал, Яҡут ауылы - село Якут, Ҡалта ауылы - село Калта, Ҡуяныш йылғаһы - река Куяныш, Юшатыр йылғаһы - река Юшатыр, Туғыҙтимер йылғаһы - река Тугызтимер, Яңы Уралка йылғаһы - река Новая Уралка, Ҡара йылғаһы - река Черный һ. б., "
Бына ошондай мөрәжәғәт Көйөргәҙе муниципаль районы хакимиәте башлығына яҙылды.
Башҡалар ҙа ошондай мөрәжәғәттәр яҙып, урындағы юл күрһәткестәрҙә законһыҙлыҡты бөтөрөр тигән өмөттәбеҙ.
Ирек Агишев, йәмәғәт эшмәкәре.