Йәмғиәт
10 Декабрь 2023, 07:46

Зәк-Ишмәт - иң Айыҡ ауыл!

Конкурс тамам.

Зәк-Ишмәт - иң Айыҡ ауыл!Зәк-Ишмәт - иң Айыҡ ауыл!
Зәк-Ишмәт - иң Айыҡ ауыл!
Был бәйгелә Көйөргәҙе районында быйыл байтаҡ ҡына ауыл ҡатнашты, теләмәгәне бер нисә силсәүит генә булды. Ҡапҡан һайын ҡалъя булмай, йыл һайын республика кимәлендә призлы урындар алып килдек, быйыл, моғайын, бер нимә лә тәтемәҫ тинеләрме ҡатнашырға теләмәгәндәр, әллә ауылдарында эскән кеше күпме - билдәһеҙ.
Шулай ҙа ҡалғандар, ҡулдарынан килгәнсе, тырышты. Аш-һыу, йыр-моң, фотолар... Билдәле булды: Зәк-Ишмәт ауылы беренселекте алған! 
Тиҙҙән конкурс йомғағын рәсми иғлан итерҙәр (әле документацияны тәртипкә килтерә алмайҙар - эшләр кешеһе юҡ, документ төҙөү - бәлеш ашау түгел, бында ауыҙ түгел, баш кәрәк), зәктәр тейешле сумманы кеҫәһенә һалыр... Һәм Өфөгә юлланыр. Республика масштабында ла беҙ иң эсмәгән ауыл тигәнде иҫбатларға. Уңыштар! 
Автор:
Читайте нас