Әллә ниндәй ресторандарҙа аша, барыбер йорттағы аҙыҡ тәмлерәк.
Яуҙа йөрөгән егеттәребеҙ хаҡында һөйләгәндә... Нимәһен әйтәһең, ҡасан ҡайтып, тыуған йортта, әсәйем ҡулы бешергәндәрҙе ашайым инде тип зарығаларҙыр.
Көйөргәҙе районы Яманһары ауылы ҡыҙҙары аш-һыуға бигерәк оҫталар. Был турала күптәр белә, шуға, фронтҡа теге йәки был ярҙам күрһәтә башлағас, үҙҙәренә әйттеләр: һеҙ бешергәнде ашағанда әҙәм балаһы телен йота яҙа, әйҙәгеҙ, тотоноғоҙ. Тотондолар. Әле сираттағы ярҙамды әҙерләгәндәр. Үҙебеҙҙең аш-һыу.
Йорттарығыҙға ҡайтып, әсәй-апай-һылыуҙар, ҡатындарығыҙ бешергән тәғәмдән ауыҙ итергә яҙһын, егеттәр.