

Һаумы тибеҙ Аждаһаға, төклө аяғың менән
Ҡот алып килеп һәм Тыныслыҡ. Һиңә бары шул теләк.
Кәйеф - декабрь айына торошло. Бер ҡараһаң дулап-дулай, бер ҡараһаң, илай-һыҡтай. Берсә өшөп бер була күңел, берсә йылытҡан һымаҡ була.
Бер йыллыҡ ғүмергә йомғаҡ яһайбыҙ, хәйер, уны яһаныҡ - гәзиттә. Беҙҙең күҙлектән сығып, нимә булды-булманы, уңыштар, уңышһыҙлыҡтар, бөтәһен барларға тырыштыҡ. Тулайым алғанда, йомғаҡтар ҙа шулай, берсә көлә, берсә илай.
Тиҙҙән киләһе яңы йылға аяҡ баҫабыҙ, алда беҙҙе нимә көтә, уныһын кем белһен? Әлбиттә, барыһы ла беҙ теләгәнсә бармаҫ, булыр табыштары, булыр юғалтыуҙары. Ниндәй генә көн килмәһен, беҙҙең менән артабан да ғүмер юлын һүтергә теләк белдергәндәргә рәхмәт. Беҙ бергә икән, тимәк, яңғыҙ түгелбеҙ.
...Теүәл бер йылдан, сираттағы тапҡыр йомғаҡ яһағанда, гәзит биттәрен тик шатлыҡ-һөйөнөстәр генә тултырһын ине.