Йәмғиәт
26 Декабрь 2023, 11:15

Болалы сход

Яңы Таймаҫтағы бөгөнгө сход тәүҙә һәүетемсә генә башланып китте.

Болалы сходБолалы сход
Болалы сход
Иң ҙур бәләләрҙең береһе  - һыу. Ауылдағы торбаларҙың йыш һәм күп тишелеүе. 
- Үҙегеҙ туранан-тура тоташтыраһығыҙ ҙа баһа основной торбаға, шунан башлана бәлә, -тип яуап таптылар. Һыу өсөн (дөрөҫөрәге, ошо һыуҙы ҡыуған электр уты өсөн) аҡса йыя алмау- үҙәккә үткән икенсе бәлә.
- Етте, бүтән халыҡтан аҡса йыймайым, ишетмәгәнде ишетеп, туйҙым - һыу өсөн аҡса бирегеҙ тип сапҡан кеше шулай тине. Аҫҡы Таймаҫта ла, ана, Зөһрә апай ошо эштән баш тартты. Йә, кемегеҙ аҡса йыя? Бер кешенән йөҙ тәңкә генә, уныһын да алып булмай. 
- Ниңә беҙгә, аҡсаны түләгәс, квитанция бирмәйһегеҙ, силсәүит һыу өсөн үҙе түләмәй...
- Ниңә юҡты һөйләһегеҙ ул, килегеҙ ҙә ҡарағыҙ, түләйбеҙ. И, етте, канса-кансов, интернетта теләһә ни яҙырға, ояла ла белмәйһегеҙ.
Урам буйлап эсеп йөрөгән бисәләр менән ни ҡылырға? Был һорау участковыйға төбәлде. 
- Эскән кешене наркологияға алмайҙар. Протокол төҙөйөм дә ебәрәм, уларҙы тағын нимә эшләтәйем?
- Женсовет ҡайҙа, ҡайҙа ағинәйҙәр?
Былары әле сәскәләре генә булған икән, емеше алдараҡ көтөп торған.
- ППМИға алған трактор ҡайҙа? Роторы ла бар ине, береһен дә күргән юҡ. 
- Трактор бар, тракторист юҡ.
- Нисек юҡ, бесәнеңде йыл да саба ла. Килтереп ултырт тракторҙы силсәүит янына. 
Ауылда байрамдар ҙа үткәрелмәй, концерт-фәлән булһа, ауыл хакимиәте кешене килеп ҡотламай ҙа, сүп үләне баҫты ауылды, үткән һайлауҙар дөрөҫ булманы, алдандыҡ, сисегеҙ башлыҡты, алмаһағыҙ, артабан ялыу яҙабыҙ. 
Репортаж тулы килеш гәзиттә баҫыласаҡ. 
Автор:
Читайте нас