Все новости
Йәмғиәт
29 Декабря 2023, 16:32

Иң мөһим теләк

Ҡабалан-ҡарһалан ғына үткәрелгән конкурсыбыҙ тамам.

Иң мөһим теләк
Иң мөһим теләк
Ҡоролтай депутаттары Ф. Моратбаҡыев менән Р. Әбдрәхимов, шулай-шулай, әйҙәгеҙ бәйге һымаҡ нәмә ойошторайыҡ тигәс, беҙ ырғы ла тор. Балалар һалдаттарға теләктәр теләргә тейеш ине. Бала теле - аҡылдың үҙе тиҙәр, барыһы ла бер теләкте теләне: Иҫән ҡайтығыҙ, ҡанҡойош бөтһөн. 
Беҙҙе - ололарҙы күктәр, бәлки, ишетмәйҙер, бала әйткәне адресатҡа барып етһен ине. Яңы йылдың иң мөһим теләге - ошолар. 
Автор:
Читайте нас: