

Йәшерен түгел, былтыр йыл йомғағы яһағанда ла быға иғтибар бүленде, Күмертауҙа эштәр шәптән бармай ине, юлдар, төҙөлөп бөтөлмәгән объекттар, кадрҙар...
Рәсми рәүештә был хәбәр «үҙ теләге менән отставкаға китте» тип яңғыраны. Ҡала башлығы вазифаһын 22 декабрҙән рәсми рәүештә баш табип Олег Астахов биләне.
Олег Анатольевич үҙенең баш табип эшенән дә, ҡала Советы рәйесе вазифаһынан да китте. Совет рәйесе итеп депутат - Евгений Оськин һайланһа, баш табип урынына - Григорий Маркелов тәғәйенләнде.