Байрам ғауғаһыҙ булмай инде тиер инең, хәҙергә заманда (цивилизациялы) кем боларып йөрөһөн, закондар ҡаты. Әммә бөгөн төндә, клубта дискотека булғас, халыҡ та апаруҡ килгән, бейегәне бейегән, бейемәгәне былай ғына, ҡыҙығып, ҡарап торған. Йәше-ҡарты килә бындай мәлдә байрамға, араларында 60-тар тирәһе ир ҙә була - йәшлегенә бер ҡайтып килһен әле. Йәш саҡта, билдәле, төрлө саҡтар була, шул иҫәптән, һуғышҡан саҡтар - ҡан ҡыҙыу. Тик, инде олоғайып бөткәс, һуғышырмын, уныһынан бигерәк, кемдер һине тотоп туҡмар тигән уй башҡа инеп тә сыҡмай.
Бабайҙы кемдер туҡмап киткән. Хәйерһеҙ, үҙе кем икәнен хәтерләмәй.
Зыян күреүсене дауаханаға алып китәләр, беҙгә билдәле булыуынса, һаулығына әллә ни ҙур ҡаза килмәгән. Хоҡуҡ органдары нисек булан, ниңә булған - шуны тикшерә.
Әле полиция атын кире борған, мәсьәлә хәл ителгән ахры. Барыһы ла хәйерле тамамланһын ине.