Йәмғиәт
3 Ғинуар 2024, 08:25

Матурлыҡ йәлеп итә

Беҙ ауылдарын биҙәргә тырышҡан кешеләрҙе маҡтап күп яҙҙыҡ.

Матурлыҡ йәлеп итәМатурлыҡ йәлеп итә
Матурлыҡ йәлеп итә
Гәзиттә сыҡҡаны барыһы ла был төркөмгә ҡуйылып та бөтмәгән. Башҡа етдиерәк материал яҙаһың, бик иғтибарға алмауҙары бар (етдилек ялҡыта), ә бына ошондай мәҡәлә донъя күреү менән, тел шартлатыуҙар күбәйә - матурлыҡ кешене үҙенә ныҡ йәлеп итә.
Яҡут ауылы ла ошо көндәрҙә байрамса йәшәп ята.
Ауыл халҡы яңы ғына тыуған йылды ҙур өмөттәр менән дәртле ҡаршылай. Баян урамы буйлап китеп барғанда һәр береһен аждаһа ҡаршы алып, оҙатып ҡала. Бигерәк оҫта итеп яһағандар йыл хужаһын, ауылдаштары Ләйсән, Өфөнән ҡайтып, ана ҡалай итеп ҡапҡа алдын биҙәп ҡуйған, талантлы инде, нимәһен һөйләһең, ҡулынан килмәгән эше юҡ. 
Үтеп-һүткәне, үҙе лә һиҙмәҫтән, ошо аждаһаға, уйҙан ғына булһа ла, өндәшеп үтә: тик яҡшылыҡ алып кил беҙгә, бәндәләргә ҡарата миһырбанлы бул. 
Автор:
Читайте нас