“Тыуған ер йылыһы” тип аталған китап яҙыусыларҙың ҡалабыҙҙың 70 йыллыҡ юбилейына традицион бүләге. Был ойошманың алтынсы йыйынтығы: “Һиндә ҡалам, гүзәл ҡалам!”, “Еремә йырым”,”Берҙәмлек”, “Дуҫлыҡта - көс”, “Ҡышҡы йәйғор” йыйынтыҡтары беҙҙең
йәшәйештең, ҡалабыҙ тарихының үҙенсәлекле сағылышы,һәр авторҙың фәлсәфәүи уйланыуҙары ул. Ошо традицияларҙы дауам итеп, “Тыуған ер йылыһы” альманахы ла тыуған ергә, ҡалабыҙға, уның гүзәл тәбиғәтенә, эшсән халҡына дан йырлай. Йыйынтыҡҡа 38 авторҙың башҡорт, рус, татар телдәрендә яҙылған проза, поэзия, публицистика, балалар әҙәбиәте өлкәһендәге һайланған әҫәрҙәре тупланған.
"Әҙәбиәте булмаған халыҡтың киләсәге юҡ", тип әйтеп ҡалдырған Ризаитдин Фәхретдинов. Йәмғиәттең рухи байлығы әҙәбиәтебеҙҙең кимәле менән аңлатыла. Әгәр ҙә тәҡдим ителгән әҫәрҙәр уҡыусыға йәшәйештең илаһилығын асырға ярҙам итә икән, тимәк, төп маҡсатҡа, әҙәп-әхләҡ, саф һәм сәләмәт асыл тәрбиәләүгә үҙ өлөшөбеҙҙе индерҙек тигән һүҙ.
Рима АРЫҪЛАНОВА, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе