Йәмғиәт
8 Ғинуар 2024, 05:41

Этемде тап, Хәбиров

Республика башлығы кемгәлер тылсым эйәһе булып күренә.

Этемде тап, ХәбировЭтемде тап, Хәбиров
Этемде тап, Хәбиров
Кемгәлер генә түгел, күптәргә. Уның сәхифәһен көн дә тиерлек күҙәтеп барабыҙ (халыҡ нимә тип зар илай икән?). Йәлләү тойғоһо тыуа. Бөтәһен дә йәлләйбеҙ, халыҡтың үҙен дә, чиновниктарҙы ла. 
Ниндәйҙер тыҡрыҡты ҡарҙан таҙартмағандар - Хәбировҡа яҙырға, автобус йөрөмәй - әлеге шул республика башлығына мөрәжәғәт итергә кәрәк, пособие түләмәйҙәр, быныһында ла мотлаҡ Хәбиров хәл итергә тейеш. Һәр район, ҡалала өсәр ҡат бинаны биләп ултырған урындағы чиновниктар ни бысағыма икән? Яуап бирергә, ниндәйҙер проблеманы хәл итергә эшкинмәйҙәрме? Тегендә ебәрелгән һорауға барыбер улар яуап бирә, тик был һорау-мөрәжәғәт-ялбарыу-инәлеү тәүҙә Өфө буйлап йөрөп ҡайтырға тейеш, шулай, күрәһең, ышаныслыраҡ була. Муниципаль түрәләрҙе лә йәлләйбеҙ, ай һайын эш хаҡын алғанда, уларға ла ҡыйындыр инде, выждан ғазабы кисерәләрҙер.  
...Әле бына береһе этем юғалды, табышығыҙ әле тип яҙған.
Здравствуйте, Радий Фаритович! Прошу помощь найти собаку потерялась фото есть района горсовета КПД.
Хәбиров, бар эшен ташлап, өйҙө ҡатынын бер үҙен ҡалдырып, урам буйлап, эт эҙләп сығып китергә тейеш. 
Йәлләйбеҙ. Юғалған бисара этте лә, уның хужаһын да, бөтәһен дә. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ йәлләйбеҙ. Йәлкегә ҡалған халыҡ беҙ. 
Автор:
Читайте нас