Бай программалы осрашыуҙа ҡатын-ҡыҙҙар клубтың эш планын тыңлаған һәм уны раҫлап та ҡуйғандар. Аҙаҡ тәмле сәй табыны артында китапханасы ҡышҡы байрамдар тураһында һөйләй. Улар үҫмер саҡтарындағы күрәҙәлек ысулдарын иҫтәренә төшөрөп “Киләһе йыл беҙҙе нимә көтә?” йондоҙнәмәһен ҡарап ҡыҙыҡһынғандар.
Осрашыуҙы “хужабикә”ләр яҡташ яҙыусыбыҙ Баязит Бикбай тураһында әҙәби мәғлүмәт туплау менән тамамлағандар. Сарала ҡатнашыусылар данлыҡлы яҡташыбыҙҙың биографияһы менән танышып ҡына ҡалмағандар, ә уның шиғырҙарын да яратып уҡығандар. Ауылдаштарҙың осрашыуы емешле һәм ҡыҙыҡлы үткән һәм тағы ла йышыраҡ күрешергә һөйләшкәндәр.