Тынлыҡтарҙа ғына ҡалайымсы
Борсомағыҙ, биреп һорауҙар.
Әрнеп кенә тора йөрәк – сәғәт,
Урынһыҙҙыр ниҙер юрауҙар.
Тынлыҡтарҙа ғына ҡалайымсы
Йөрәк әрнеүҙәрем баҫылһын.
Күҙ алдымда торған томан ауы,
Осоп китеп, кинәт таралһын.
Тынлыҡтарҙа ғына ҡалайымсы
Үҙ уйҙарым йәнде дауалар.
Көйһөҙ генә мәлем, көйләмәгеҙ,
Табып ҡына булмай саралар.
Һөйләшәһе килмәй, һүҙ урынһыҙ,
Кәрәк кенә түгел берегеҙ.
Уйҙар диңгеҙенә сумған сағым
Хәлдәремә берүк инегеҙ.
Тынлыҡтарҙа ғына ҡалайымсы,
Үҙ көйөмдө көйләп алайым.
Баштарымды, зинһар, бутамағыҙ,
Үҙ юлымдан ғына барайым.
Тынлыҡтарҙа ғына ҡалайымсы,
Үткәндәргә боролоп ҡарайымсы.
Сер йомғағын һүтеп эстәренән
Һорауҙарға яуап табайымсы.
Тынлыҡтарҙа ғына ҡалайымсы..