Был программаға ярашлы, берҙәм тырышлыҡ менән башҡарылған бар эштәр, ауыл ерендәге тормош-көнкүреште яҡшыртыуға ҡоролған. Программа сиктәрендә республика ҡаҙнаһынан бүленгән тәғәйен суммаға урындағы халыҡ, шулай уҡ спонсорҙар үҙ өлөшөн индерә. Быйыл улар бер тауыштан “Юшатыр” ауылы зыяратын кәртәләү проектын һайлаған. Инициатив төркөм әленән-әле йыйылыш үткәреп, бар нимәне лә контролдә тота. Әлеге көндә улар ғариза биреү, документтар әҙерләү эштәре менән мәшғүлдәр. Бында ололар, йәшәтр генә түгел, ә кескәйҙәр ҙә ҡатнашыуы һөйөндөрә. “Алһыу” балалар баҡсаһы ППМИ-ға бәйле флешмоб үткәргәндәр.
- Кескәйҙәрҙең дә беҙгә ярҙам итеүҙәрен күреү ҙур ҡыуаныс, - тиҙәр юшатырҙар. Берҙәмлектә – көс, шулай булғас, һеҙҙең был программала һис шикһеҙ еңеп сығыуығыҙға шик юҡ.