Дөрөҫ, әле район масштабындағы ғына еңеү был, әммә, бындай дәрттәре менән, республикалағы барлыҡ ауылдарҙың танауы сиртмәҫ тимә. Бигерәк әүҙем, тиктормаҫ халыҡ йәшәй Зәк-Ишмәттә. Күңел тураһында ла онотмайҙар (кем уларҙың нисек байрам иткәнен күргәне бар, шул дөрөҫләр), тән һаулығы тураһында ла гел уйлайҙар.
Кисә, күмәкләшеп, ауылды гиҙергә сыҡҡандар. Киске ҡышҡы ауыл - үҙе хозур тамаша, ә зәктәр бер юлы үҙҙәре менән таяҡтар ҙа алғандар. Скандинав таяҡтарын. Ауылдарын бер нисә ҡат урағандар, бер тамсы ла өшөмәгәндәр. Ғүмергә иҫтә ҡалыр мәлдәр булған был - төнгө уттарын емелдәткән матур ауыл буйлап күңелдәре нурға тулышҡан матур кешеләр йөрөй.