Бөтәһе 6 команда үҙ идеяларын тәҡдим итеп, проекттың артабанғы перспективаларын аудиторияға еткерҙе, уны тормошҡа ашырыу юлдары хаҡында һөйләне, шулай уҡ проект сметаһын тикшерҙе. Гимназияның уҡыусылар советы ҡарары буйынса дөйөм мәктәп тауыш биреүенә сығарылған проекттар тәбиғи-ғилми профилде үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Был конкурста еңеү уҡыусыларҙың башланғыстарына нигеҙләнгән мәктәп инфраструктураһын үҫтереүгә яңы импульс бирәсәк. Иң яҡшы проект еңһен!
Филиә ИРНАЗАРОВА, Н.Т. Антошкин исемендәге 1-се гимназияһы уҡытыусыһы