“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы республикала бик уңышлы эшләп килә һәм уның биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙә ярҙамы ҙур. Был программаға ярашлы урындарҙа төрлө проблемалар хәл ителеүе ҡыуандыра. Отрада ауыл биләмәһендә лә ошоға бәйле йыйылыш үткән. Улар Яманғол ауылындағы һыу торбаларын алмаштырыу өсөн тырыша.
- ППМИ конкурсына беҙ Яманғол ауылын һайланыҡ. Унда һыу торбалары серек, тишелеп аптыраталар. Программаға ярашлы республика ҡаҙнаһынан, урындағы бюджеттан һәм спонсорҙарҙан, халыҡтан финанс ярҙам булып ошо проблема хәл ителһә, беҙгә ҙур ярҙам булыр ине. Берҙәм булғанда маҡсатҡа ирешеп булыр тип уйлайым, беҙ бының өсөн тырышасаҡбыҙ, - ти ауыл биләмәһе башлығы Сергей Кузнецов. Бер тауыштан һайланған проекттары һис шикһеҙ тормошҡа ашһын, тип теләйбеҙ.