Теге көн Өфөләге концертҡа киттеләр, күмәктәр, Күмертау кешеләрен шунда уҡ таптыҡ (Кумертау тигән плакаттары әллә ҡайҙан күренеп торҙо), ә бына "Көйөргәҙе, алға" тигән кеүек плакаттар бер ҡайҙа ла осраманы. Әллә барып етмәй, кире боролдолармы? Йә булмаһа, булып та, берәй ҡайҙа йәшенеп торҙолармы? Меңәрләгән кеше араһынан таныш йөҙҙәрҙе табырға тырышып ултыра торғас, күҙ зәғифләнә яҙҙы. Ни рәсми интернет сәхифәләре лә өндәшмәй, район мәҙәниәте ҡуйыуын ҡуйҙы, әммә фотоларында үҙҙәре юҡ. Хәс йәшерен генә барып ҡайтҡан һымаҡ була ла баһа тип, тырыша торғас, бына был фото килеп эләкте -күңел тынысланды, булғандар, концерт ҡарағандар, иҫән-һау йөрөп ҡайтҡандар.