Бөгөн Яҡшымбәт биләмәһендә булды халыҡ менән осрашыу. Был биләмәнең ауылдары күп (ҡайһы бер силсәүиттәрҙеке кеүек ике генә ауыл түгел), шулай ҙа властар һәр береһенә етешергә тырыша. Бөгөн хатта бер нисә ауылда йыйылыш үткәреп өлгөрҙөләр.
Ауыл башлығы 2023 йылда башҡарылған эштәренә отчет бирҙе. Йыл уның өсөн тулы булманы, әлбиттә, яртылаш ҡына булды тип әйтергә кәрәк, нисек булһа ла, быйылғыһы тулы булһын. Күңелдәр шатлыҡтарға мөлдөрәмә тулһын.