Йәмғиәт
2 Февраль 2024, 05:45

Ғүмер итеү - үргә менеү

Сания менән Миңнулла Рахматуллиндар икеһе лә Күгәрсен районы Дауыт-Ҡайып ауылында тыуып үҫкәндәр.

Ғүмер итеү - үргә менеүҒүмер итеү - үргә менеү
Ғүмер итеү - үргә менеү

- Бала саҡта бергә уйнап, 12 км алыҫлығындағы Теләүембәт ауылына йөрөп уҡыныҡ. Аҙаҡ клубҡа ла бергә сыға башланыҡ. 8-се класты тамамлағас мин Стәрлетамаҡ ҡалаһына бухгалтерлыҡҡа уҡырға индем, ә Миңнулла колхозда эшләне, аҙаҡ ил алдындағы бурысын үтәргә әрмегә киткәс тә миңә хаттар яҙып торҙо. Ҡайтҡас өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Ауылда йәштәргә эш булмағас, ағайым беҙҙе Күмертауға саҡырҙы, шунан бирле төпләнеп ҡалдыҡ бында. Мин үҙем 35 йыл һатыу-сауҙа өлкәһендә хеҙмәт иттем, ә тормош иптәшем автобазала автомеханик булып эшләне. Ике балабыҙ бар. Аллаға шөкөр, икеһе лә юғары белем алып, әлеге көндә үҙ аллы донъя көтәләр. Беҙҙе бәхетле олатай һәм өләсәй иттеләр.
Ғүмер итеү - үргә менеү тиҙәр...

Был хаҡта ла гәзиттә тулыраҡ бирелде. 

Автор:
Читайте нас