- Беҙ икебеҙ ҙә “Нефтехиммаш” заводында эшләнек. Бер-беребеҙҙе бөтөнләй белмәй инек. Мин секретарь, тормош иптәшем Валентиным токарь ине. Бер заман көн дә, төшкө аш ваҡытында, бер егет килә лә ҡаршылағы диванда ултыра. Иртәгеһенә тағы килә лә миңә ҡарап шым ғына ултыра. Шулай оҙаҡ ваҡыт көн дә йөрөй торғас, миңә яйлап һүҙ ҡуша башланы, аҙаҡ киноға ла саҡырҙы. Аҙаҡ дуҫлашып, йөрөп киттек. Беләһегеҙме, беҙ бер ваҡытта ла талашҡаныбыҙ юҡ. Мөхәббәт емешебеҙ булып өс ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Әлеге көндә балаларыбыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең шатлығына һөйөнөп йәшәйбеҙ. Дуҫтарбыҙ күп беҙҙең, һәр ваҡыт бергәбеҙ, ярҙам итешеп кенә йәшәйбеҙ.
“Мин бер урында ғына 54 йыл буйы токарь булып эшләнем. Эшләү дәүеремдә 6 директор алмашынды. Барыһы менән дә матур эшләнем. Маргаритамды шунда тәүге күреүҙән уҡ оҡшаттым...
Мәҡәлә гәзиттә тулы вариантта баҫылды.