Уларҙың ҡатнашмаған саралары юҡ. Беҙҙең гәзит иғлан иткән конкурстарҙан да ситтә ҡалманы улар. Бына әле лә, ҡалала башланып киткән, Ғаилә йылына арналған, «Беҙ бергә бәхетле» бәйгеһендә лә улар беренселәрҙән булып ҡатнашырға теләк белдергән.
Ғаилә башлығы Мөнир Мөхәрәм улы вахтала йөрөй, ял мәлдәрендә балыҡҡа барырға ярата. Тәбиғәт ҡосағына бер үҙе генә сығып китмәй, ҡатыны менән балаларын да үҙе менән ала. Билдәле, ялан-ҡырҙа табын да ҡоралар. Аш-һыуҙы хәләле Илүзә бешермәй, Мөнир үҙе тотона, ә ир бешергән аҙыҡтың нисек тәмле икәнен һәр бер гүзәл зат раҫлай ала. Йортта саҡта кухняла Илүзә үҙе хужа, уның әҙерләгән ризыҡтарын ауыҙ иткәндәр был тәғәмдең тәмен ғүмере буйы онотмай, һоҡланып, һөйләп йөрөй.
Ата-әсәнән күрмәксе, балалар ҙа бигерәк уңғандар. 8 класта уҡыған оло ҡыҙҙары Нәркәс бейеүсе, бейеү конкурстарында гелән беренсе урындарҙы яулай ҙа ҡайта. Үҙе, әсәһенә оҡшап, ҡул эшенә хәтәр оҫта. Улдары Рамаҙан. Әле бишенсе класта ғына уҡый тимәҫһең, ныҡ көслө малай. Грек-рим көрәше түңәрәгенә йөрөй ул. Әлбиттә, үҙенә ҡаршы сыҡҡан күп батырҙарҙы арҡаһына һала.
Мәҙинәгә дүрт кенә йәш. Балалар баҡсаһына йөрөй. Бәләкәстәре йырсы ла, бейеүсе лә. Өҫтәүенә рәссам. Әсәһе менән апаһына эйәреп, ҡул эштәренә лә өйрәнеп йөрөй.
Ошоноң менәнбыл ғаилә тураһында бәйән итеү бөттөмө? Юҡ. Собханғоловтар йәнә лә 3 балаға атай-әсәй, тимәк, донъялағы иң яҡын кеше булғандар. Миләүшәгә, Фәнзилгә, Ләйсәнгә. Аңлап тораһығыҙҙыр, был балаларҙың да белмәгән һөнәре юҡ – бейейҙәр, йырлайҙар, көрәшкә йөрөйҙәр. Миләүшә хатта ҡурайҙа уйнай.
Ғаиләһе тураһында һөйләгән Илүзә Усман ҡыҙы тарихын ошо һүҙҙәр менән бөтөргән – “Бына шундай беҙ!”. Күрәбеҙ – бигерәк шәпһегеҙ. Артабан дауам иткән ғаилә тарихығыҙ ҙа барыһын да һоҡландырырлыҡ булһын.