Йәмғиәт
3 Февраль 2024, 05:07

Ир күңеле

Ир-аттың күңелендә эйәрле ат ятыр тиҙәр.

Ир күңелеИр күңеле
Ир күңеле

Уныһы шулайҙыр, кемдең ирҙәрҙең бергә йыйылғандарында, аулаҡта, нимә тип һөйләшкәндәрен ситтән тыңлаһа (бының өсөн конгресс-холда үткән Ирҙәр ҡорона бараһы түгел), гел теләһә ни һөйләйҙәр тип бот сабыр ине - хихи ла хаха. Еңел холоҡлолар, етди түгелдәр, йәнәһе.

Дөрөҫө шул: мөһим проблема тураһында әңгәмәләшкәндә лә, уйын-көлкөгә табан бора ла ебәрәләр теманы. 
Кисә лә ошолайыраҡ булды. Фәнир ағайҙың сираттағы анекдотын тыңлап эс ҡатты, кемдер, уға ҡушылып, үҙенең лаҡабын ҡыҫтырҙы, Тимур Нәсибулла улы өҫтәлдәге, эйелеп уҡыйым тигән, ҡағыҙын ҡабаланып йәшерҙе - аҡсаға бәйле документты һәр береһе күрергә тейеш түгел ("извините, что помешал вам деньги прятать"). 
Ирҙәрҙең күңелендә ятҡан аттың хәлен бик һирәктәр генә күрә, белә, аңлай ала.
Автор:
Читайте нас